Бөгөн халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановҡа - 90 йәш

Бөгөн халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановҡа - 90 йәш

Бөгөн халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановҡа 90 йәш. Абдулла Солтанов – халыҡ йырҙарын  башҡарыу менән танылған уникаль һуҡыр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан “Байрамғол” совхозында малсы булып эшләй.

Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.

Ошо көндәрҙә  Абдулла Солтановтың 90 йәшенә  арнап Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында башҡорт йырын башҡарыусылар  конкурсы уҙҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb