Бөгөн Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнө билдәләнә

Бөгөн Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнө билдәләнә

Бөгөн 21 март- Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнө билдәләнә. Өфө ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 86 йыл рәттән матур тамашалары менән кескәйҙәрҙә һөйөндөрөүен дауам итә.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры —Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе, театр 1932  йылда ойошторолған.

Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.

Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург  ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Сираттағы ошондай сара — 2015 йылдың 1 — 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булды.

1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb