Бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 105 йыл

Бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 105 йыл

Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы  (10 май 1913 — 13 ноябрь 1986) — актёр, РСФСР-ҙың  һәм БАССР-ҙың  халыҡ артисы. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә.

Сәхнәгә ул 1934 йылда Башҡорт һәүәҫкәр эшсе йәштәр театры актеры булараҡ баҫа, һуңынан драма театры труппаһына алына. 1941 йылда Хөсәйен Ҡудашев Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлап Өфөлә опера һәм балет театрында эшләй башлай. 1948 йылда артист яңынан Башҡорт дәүләт драма театрына килә һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем театр сәнғәтенә хеҙмәт итә. Республиканың төп сәхнәһендә Ҡудашев 200-ән ашыу роль башҡара.Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» драмаһындағы король Йәғәфәр образы иң юғары ижад кимәле тип баһаланды.

15 йәше лә тулмаған килеш ПВРЗ-ның ФЗУ мәктәбенә уҡырға инә. Йыр, бейеүгә оҫта егеткә иптәштәре һиңә слесарға түгел, артисҡа уҡыр кәрәк булған, тиҙәр. Заводта драмтеатрҙың спектаклен ҡарау уның тормошонда яңы бит аса. Шул көндән үҙе лә һиҙмәҫтән, театрға ылыға башлай. «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйғанда Мәскәү консерваторияһының профессоры Екатерина Анатольевна Милькович та була. Спектаклдән һуң консерваторияның башҡорт бүлегенә уҡырға алыуы тураһында әйтә. Мәскәүҙә 1955 йылда үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең декадаһында 4 спектаклдә лә уйнай. Ғүмеренең һуңғы осоронда күпте күргән образдарҙы уйнауға нығыраҡ бирелә.

Сәхнәл уйнаған ролдәре: Хәйретдин (Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» пьесаһы), Үтәғол ҡарт (Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһы), Исмәғил мырҙа (Афзал Таһировтың «Янғура» драмаһы), Хәлил («Ғәлиәбаныу» спектакле), Һәүбән батыр (Сәғит Мифтаховтың"Аҡбуҙат" либреттоһы), Ваһап (Николай Чемберждиҙың «Ҡарлуғас» операһы), Эскамильо (Бизеның «Кармен» операһы), Приказчик Ғәлимйән (Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһы), Илдар (Ғабдулла Әхмәтшиндең «Тальян гармун» драмаһы), Бәкер (Ибраһим «Бажалар» комедияһы), Фәрхәт(Назим Хикмәт «Мөхәббәт тураһында йыр»), Йәғәфәр (Мостай Кәрим «Айгөл иле»), Волгин(Ибраһим Абдуллин «Йөрәк менән шаярмайҙар»), Иван Коломийцев (Максим Горький «Һуңғылар»), Генерал Толубеев (Тамьян Бикмаев «Һуңғы алыш»),Зевс (Мостай Кәрим «Ташлама утты, Прометей»).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb