Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреатылауреаты Ноғман Мусин бөгөн 87 йәшен билдәләй.

“Зөһрә”, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Аҡ юл һиңә!” һәм башҡа повестары, “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” романдарын уҡыусылар бик тә  яратып уҡый. Яҙыусы әле лә ижад ҡомары менән янып йәшәй.
Яҙыусыны тыуған көнө айҡанлы ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ!

Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла. Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.

Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb