Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Ейәнсура районы сығыш яһай

Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Ейәнсура районы сығыш яһай

Бөгөн, 9 ноябрҙә  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Ейәнсура районы сығыш яһай.

Ейәнсура районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилдәрен осрашыуға саҡырабыҙ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Ейәнсураның данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Сараға рәхим итегеҙ, башлана 18.00 сәғәттә, инеү бушлай.

Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.

Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. 1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb