Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба

Бөгөн- 18 май көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен яба.

19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Миҙгел ябыу тантанаһы Ғаилә йылына арнала, тамашала бик бәләкәй генә артистар ҙа ҡатнашасаҡ.

Популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Шулай уҡ был көндө уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнәсәк, төрлө цехтарҙың уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.

Быйыл да коллектив матур йолаға тоғро ҡаласаҡ: 18.00 сәғәттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.

 Быйылғы йылда 98-се ижад миҙгелен” ябыу менән, театр “Йәйге ижад миҙгелен” асасаҡ. Театрыбыҙ барлыҡ тамашасыларҙы, кескәй балаларҙы июнь айы бөткәнсе яратҡан спектаклдәре менән ҡыуандырасаҡ. Тағы ла июнь аҙағында яңы премьера көтөлә. Режиссер Олег Закир улы Ханов, төп ролдә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb