Бөгөн Башҡорт драма театрында «Хыялға ҡаршы» спектакле күрһәтелә

Бөгөн Башҡорт драма театрында «Хыялға ҡаршы» спектакле күрһәтелә

Бөгөн, 7 июндә, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Хыялға ҡаршы» спектакле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә күрһәтелә. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль аншлаг менән спектаклдәрҙең береһе.

Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн", 2016 йыл

«Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында билдәләнде, Екатеринбург, 2017 -Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» әҫәре буйынса  «Хыялға ҡаршы» спектакле күп тамашасыларҙың яратып ҡараған спектаклдәренең береһе.

Спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында.

Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә: хыялға табан ынтылыш, уға ҡаршы йүгереү һәм ниндәйҙер көстөң кемдеңдер хыялына ҡаршы тороуы түгелме һуң?

Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк. Сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә үҙҙәре теләгәнсә түгел. Был үҫмерҙәрҙең хыялы, бер ҡараһаң, үҙҙәренән айырым «йәшәгән» кеүек.

Ә ни өсөн спектаклдең жанры «повесть» тип билдәләнгән? Сөнки төрлө ваҡиғаларҙы айырым артистар (йәштәр) һөйләй: малай, ҡыҙ, тәрбиәсе, әсә, өлкән кеше... һ.б булып. Һөйләй, сөнки уларҙы уйнау мөмкин түгел, бының өсөн шунда тәрбиәләнергә, ошо ваҡиғаларҙы үҙ башыңдан кисерергә кәрәк.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb