Бөгөн Башҡорт академия драма театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсының гала-концерты үтә

Бөгөн Башҡорт академия драма театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсының гала-концерты үтә

Бөгөн, 17 майҙа, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсының гала-концерты үтә.

Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең бәйгеһе 9-сы тапҡыр ойошторола. Конкурстың район этаптарында 93 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсе, 202 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.

Йәш сәсәндәр башҡорт, рус, үзбәк, ҡаҙаҡ, белорус, тажиҡ, һинд, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай, эскимос халыҡтарының әкиәттәрен тәҡдим итте.

2010 йылдан алып уҙғарылған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсында 4500-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb