Бөгөн Алмас Әмиров юбилей тамашаһын тәҡдим итә

Бөгөн Алмас Әмиров юбилей тамашаһын тәҡдим итә

Бөгөн, 16 майҙа, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмировтың юбилей бенефисы үтәсәк.

Алмас Әмиров 1968 йылдың 6 майында Учалы районы Ахун ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын  һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын  тамамлаған.

1991 йылдан М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Тормош иптәше – актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова.

Уйнаған ролдәре: Диуана («Ай тотолған төндә» - «Затмение»; дебют, 1991), Микеле («Илай белмәгән ҡатын», Э. де Филиппо), Морис Ляппен («Минең ҡатынымдың исеме Морис», Р.Шарт), Креонт («Эдип батша», Софокл), Мәсемхан («Мактымһылыу, Әбләй и ҡара юрға», Т.Ғарипова), Ҡотош («Нәркәс», И.Йомағолов), Мәүлит («Әлифбанан бер себеш», А.Кивиряхк), Дәрүиш («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Исмет Инёню («Әхмәтзәки Вәлиди Туған», Н.Асанбаев), Вәлиәхмәт («Мулла»), Хардинг («Кәкүк ояһы», Кен Кизи), Сабира («Шәүрәкәй», М.Буранғолов), Яппар («Ҡоҙаса», З.Исмәғилев), Шәйхеләхиәр («Яңғыҙҙар ташы», Ә.Ғаязов), Әхмәҙи («Әбейүшкә@эт.тущка.ru»), Ҡолтүбә («Ҡаһым түрә», Б.Бикбай, Х.Ирғәлин), Малик («Йософ һәм Зөләйхә»), Вәсил Кәбирович («Мин һинең ҡәйнәң булам»), Хор («Антигона»).

Кинола уйнаған ролдәре:

Водитель («Быяла юлсы», 1996), Председатель («Ауыл өҫтөндә йәйғор», 2000), Әхәт («Сөмбөлдөң етенсе йәйе», 2002), Ирек - “Пилорама” (2015), Фәриттең атаһы - “Из Уфы с любовью” (2017 й.),

Рубин Мәғәсүмов («Ай ҡыҙы», 2002; ГТРК «Башкортостан»). «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәтенә тауыш яҙҙырҙы.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйған спектаклдәре:

“Йүгер, Харис, йүгер!” (Э.Йәһүҙин)

“Баллы, тирәкле Балтирәк” (А.Ишбулдина)

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb