Бүздәк районында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале үтә

Бүздәк районында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале үтә

19 майҙа  Бүздәк районында «Бәлешфест» исемле милли аш-һыу фестивале үтә. Байрам үткәреү өсөн Башҡортостан  татарҙары милли-мәҙәни автономияһы Президент гранты отто. Шул уңайҙан башҡа милли ризыктар менән бергә, башкорт һәм татар табындарының йәме, тәме булған бәлешкә мәдхиә йырланасаҡ.

Кем дә кем бәлеш бешереү  серҙәре, уның барлыҡҡа килеү тарихы, үҙе бешергән бәлеш тотоп төшкән фотоһы менән уртаҡлаша – шул 3 кешенең бүләк отоу мөмкинлеге буласаҡ.

Бәйгелә ҡатнашыу шарттары түбәндәгесә:

1. Милли-мәҙәни мөхтәриәттең https://vk.com/club154168306 адресы буйынса урынлашҡан төркөмәнә дуҫлыҡҡа керергә.

2. Ошо яҙмаға репост яһарға.

3. Үҙегеҙҙең фотоғыҙҙы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе, оригиналь рецептты төркөм исеменә хат итеп һалырға.

Материалдар администратор тарафынан тикшерелеп #Бэлешфест #зурбэлеш-2018 хэштегы менән төркөм диуарына урынлаштырыласаҡ.

Бәйге һөҙөмтәләре байрам алдынан өс көн ҡала яһала. Еңеүсе бәлеш байрамына махсус ҡунаҡ итеп саҡыраласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb