«Быуаттарҙы бәйләүсе еп» республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы алтынсы тапҡыр үтә

«Быуаттарҙы бәйләүсе еп» республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы алтынсы тапҡыр үтә

14 апрелдә Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үтә. Башҡортостан Республикаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә халыҡ традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сара быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә. Фестивалдә оҫталар һуңғы биш йылда ижад ителгән эштәрен күрһәтәсәк.

Фестивалдә Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә, Өфө, Архангел, Ишембай райондарынан һәм Салауат, Бөрө ҡалаларынан рәссамдар һәм оҫталар, студиялар, клубтар һәм художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнаша.

Билдәләп үтәйек, «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы ике этапта үтә. Беренсе этап – һайлап алыу туры ҡала һәм райондарҙа 2023 йылдың ғинуарынан апреленә тиклем үткәрелде. Икенсе этап күргәҙмә-конкурс формаһында Әлшәй районының социаль-мәҙәни үҙәгендә уҙа. Адресы: Раевка ауылы, Совет майҙаны, 3. Сара иртәнге 10-да башлана.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb