Булат Йосоповтың фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша

Булат Йосоповтың фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша.

27 августа — 3 сентябрҙә ике фильм да Мәскәү өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында «Мөхәббәт һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә. Фильм менән «Йәнле таҫма» кинокомпанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәткәре Гөлнара Яруллина таныштыра.

5-6 сентябрҙә «Беренсе республика» фильмы Skey-cinemа халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша.

6 сентябрҙә Мәскәүҙең милләттәр йортонда ла «Беренсе республика» фильмын асыҡ күрһәтеү күҙаллана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb