Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмын 40 меңгә яҡын кеше ҡараған

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмын 40 меңгә яҡын кеше ҡараған

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмының премьераһынан өс ай уҙҙы. «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Башҡортостандың барлыҡҡа киләүенә 100 йыл тулыуға арналған. Билдәле башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың картинаһы халҡыбыҙҙың һөнәри сәнғәт, әҙәбиәт, драма һәм музыка театры башланғысында торған шәхестәрҙең аяныслы яҙмышы тураһында һөйләй.

Тарихи нәфис фильмын 40 меңгә яҡын тамашасы ҡараған. Фильмды республиканың 54 районында, 16 кинотеатрында, 182 тораҡ пунктта, Башҡортостанда, Татарстанда, Сыуашстанда, Силәбе, Ырымбур, Владимир, Пенза, Һарытау өлкәләрендә күрһәткәндәр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Лос-Анджелес тамашасылары ла юғары баһалаған. Прокат мәлендә ике меңдән ашыу видео һәм яҙма яуап килгән, 55 социаль күрһәтеү ойошторолған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе республика» Мәскәүҙә һәм Чебоксарҙа үткән кино фестивалдәрендә ҡатнашты һәм «Иң яҡшы сценарий» (Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова), «Ҡуйыусы рәссамдың иң яҡшы эше» (Рөстәм Баймөхәмәтов) номинацияларында, FESTPRO Мәскәү халыҡ-ара кино фестивале номинацияларында еңеү яуланы.

Сығанаҡ: Художественный фильм «Первая Республика» Булата Юсупова посмотрели около 40000 человек

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb