Будапешта башҡорт спектаклен күрһәттеләр

Будапешта башҡорт спектаклен күрһәттеләр

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһында ҡатнаша. Будапешт ҡалаһы халҡы «Джут» спектаклен яратып ҡараны. Башдрам Рәсәй данын яҡлаған берҙән-бер театр булды. Башҡорт спектакле олимпиадаға илебеҙҙән ебәрелгән 95 ғариза араһынан һайлап алынған.

— Спектаклде башҡорт телендә уйнанылар, рус һәм венгр теленә тәржемәһе сәхнә аҫтында махсус паннелдә күрһәтелде. Венгр тамашасыһы спектаклде бик йылы ҡабул итте һәм актерҙарға оҙаҡ аяғүрә алҡышланы. Республика етәкселегенә ҙур театр форумында ҡатнашыуға мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәт, — тип хәбәр итә театрҙың матбуғат секретары Динара Ҡәйүмова.

Спектаклдән һуң матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда тамаша, башҡорт мәҙәниәте хаҡында әңгәмә ҡоролдо. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев венгр һәм башҡорт халҡының уртаҡ тамырҙары хаҡында һөйләне. Театр актеры Фәнис Рәхмәтов ҡурайҙа «Урал» халыҡ йырын уйнап ишеттерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb