БР Милли музейында Николай Киселев батырлығы тураһында китаптың презентацияһы үтәсәк

БР Милли музейында Николай Киселев батырлығы тураһында китаптың презентацияһы үтәсәк

19 ғинуарҙа Тыуған-яҡты өйрәнеүселәр берлеге һәм Милли музей Николай Киселев батырлығы тураһында яҙылған китап презентацияһын уҙғара. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорус урманында 218 йәһүдтең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған партизан хаҡында. 

Ҡотҡарылған һалдаттарҙың вариҫтары партизанды әле һаман ололай. Уға Израилдә Донъя халыҡтары хаҡиҡәтсеһе исеме бирелгән,Тел-авивта йыл һайын уның иҫтәлегенә осрашыу үтә, Мәскәүҙә уның исемендәге сквер һәм хәтер таҡтаһы бар.

Автор Валерий Александрович Чернышов 2020 йылдың 10 майында вафат булған. Уның фиҙаҡәр хеҙмәтен дауам итеү эшен Благовещен һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташтары үҙ яуаплылығына алды. Аҙағына Ким Миргали улы Мирғаязов еткерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb