БР Милли музейы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эштәренән күргәҙмә әҙерләй

БР Милли музейы Сосланбәк Тавасиевтың ижади эштәренән күргәҙмә әҙерләй

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ҙур тулҡынланыу менән уникаль ҡомартҡылар ҡабул итергә әҙерләнә. Тиҙҙән, тотош өс зал үҙенсәлекле эштәр менән тулыландырыласаҡ.

Музейға «Абрамцево» музей-ҡурсаулығынан халҡыбыҙҙың милли батыры, маяғы Салауат Юлаевты һынландырыусы Сосланбәк Дафа улы Тавасиевтың ижади эштәре килтерелә.

Күргәҙмәне музей хеҙмәткәрҙәре «Дан һәм батырлыҡ хаҡында. Сосланбәк Тавасиев», тип атаны.

Асыу ваҡыты: 26 ноябрь, 14.00 сәғәт.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb