Венгрия археологтары Өфө -2 ҡаласығын ҡараны. 13 быуатта Көнсығыш Европаға күсеп киткән мадьярҙарҙың вариҫтарына Башҡортостанда табылған һәр артефакт ҡыҙыҡлы. Венгрияның Петр Пазмани исемендәге католик университеты һәм "Боронғо Өфө " тарихи-мәҙәни музей араһында хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килешеү төҙөлгән. Был килешеүгә ярашлы, бергәләп ҡаҙыу эштәре, фәнни-тикшеренеүҙәр алып барыу күҙаллана.
Өфө-2 ҡаласығының бәләкәй макетынан күренеүенсә, бында тормош гөрләп торған. Халыҡ балсыҡтан һауыт-һаба, тимерҙе һәм аҫыл таштарҙы эшкәртеп ювелир биҙәүестәр яһаған, тире һәм күн менән эш иткән
Радиоуглерод ысулы ярҙамында уларҙы тикшереү, был артефакттарҙың 1 быуатта уҡ булыуын дәлилләй. Ғалим-археологтар билдәләүенсә, мәҙәни ҡатлам 2,5-һәм 4 метрҙан уҡ башлана. Башҡортостанға археологик эҙләнеүҙәр артынан килгән венгр ғалимдарына был ҡаласыҡта табылған һәр артефакт ҡыҙыҡлы. Венгрияның Петр Пазмани исемендәге католик университеты доценты, археолог Атилла Төрк Башҡортостан ғалимдарының эҙләнеүҙәре моногорафияларҙа уңышлы сағылдырыла. Бында археологик асыштар өсөн мөмкинлектәр киң тип, билдәләй.