"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм төшөрөлдө

"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм төшөрөлдө

 "Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамам тиерлек.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры булышлығында  Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына ижад ителде. Фильм Әбйәлил районының Ишкилде һәм Үтәгән ауылдарында төшөрөлдө. Ролдәрҙә - театр актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Айнур Ғәбитов.

Проект өҫтөндә күптәргә билдәле ижади команда эшләй: Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Юлтаев һәм Динара Ҡәйүмова. Тиҙҙән "Блогер" ҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының  социаль селтәрҙәрендә күрә аласаҡһығыҙ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb