"Бирешмә" сериалында ҡатнашҡан йәш артистар хәйриә концерты уҙғара

"Бирешмә" сериалында ҡатнашҡан йәш артистар хәйриә концерты уҙғара

Бөгөн, 16 майҙа,  Өфөлә "Тамыр" телеканалы әҙерләгән "Бирешмә" исемле изгелек һәм дуҫлыҡ байрамы ойошторола. "Бирешмә" сериалында ҡатнашҡан йәш артистар церебраль фалиждан интеккән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итеү маҡсатында хәйриә концерты уҙғара.  Төп геройҙың һеңлеһе церебраль фалиждан интегә. Үҫмерҙәр ҡыҙҙы дауалауға аҡса йыйыр өсөн хәйриә концерты ойоштора. Йәштәр тормошта ла изге күңелле һәм тик яҡшылыҡҡа ынтыла. Ғафури районында йәшәгән тиҫтерҙәре Русланға ла ярҙам кәрәк булыуын ишеткәс, улар сериалдағы акцияны йәнә ҡабатларға була.

Хәйриә концерты "Башҡортостан" концерт залында 19 сәғәттә башлана. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса Руслан Шәрәфетдиновҡа дауалау курсын үтеүгә йүнәлтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb