Билдәле ғалим, әҙәбиәт белгесе Зиннур Нурғәлин 90 йәшен билдәләй

Билдәле ғалим, әҙәбиәт белгесе Зиннур Нурғәлин 90 йәшен билдәләй

Бөгөн әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист Зиннур Нурғәлинға – 90 йәш тула. Зиннур Әхмәҙиә улы 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Ғалим әҙәбиәт тарихын, башҡорт музыка сәнғәте үҫешен, башҡорт сәнғәтенең Евразиялағы башҡа этномәҙәниәттәр менән бәйләнешен өйрәнә. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленә, театрға арналған хеҙмәттәре лә бихисап. Унын тәҡдиме буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыканттарын уҡытыу башлана. Зиннур Әхмәҙиә улы Ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара төрөк һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы.

Зиннур Нурғәлин ҡыҙыҡһынған өлкә— башҡорт әҙәбиәте тарихының теоретик аспекттары, башҡорт традицион музыка сәнғәте үҫеше, башҡорт мәҙәниәтенен Евразия этномәҙәниәттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәте. Ул Ғабдулла Амантай фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының ХХ быуаттың 30-сы йылдарындағы эшен өйрәнә. Ғалим театр тәнҡитсеһе булараҡ та киң билдәле.

Унын тәҡдиме менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыканттарын әҙерләй башлайҙар. Зиннур Әхмәҙиә улы— өс академия: Ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара төрөк һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb