Билдәле юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби форумда ҡатнашты

Билдәле юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби форумда ҡатнашты

Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм ғалимдары төркөмө Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Сәфәрҙе Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм Шанхай сит телдәр университетының Донъя әҙәбиәте институты ойошторҙо. Халыҡ-ара форумда Башҡортостандан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-сатирик, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Маресль Сәлимов) ҡатнашты.

Делегацияға Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең күренекле яҙыусылары һәм шағирҙары инде.

Әҙәби форум сиктәрендә Шанхай Әҙәбиәтселәр йортонда, Ҡытай яҙыусылары ҡулъяҙмалары китапханаһында, бөйөк Ҡытай шағиры Лу Синь йорт-музейында нәшриәтселәр, яҙыусылар һәм уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Мәрсель Сәлимов Ҡытай дуҫтарына Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара әҙәби һәм мәҙәни саралар,  республиканың Ҡытай Халыҡ Республикаһының айырым провинциялары менән ныҡлы иҡтисади бәйләнештәре тураһында һөйләне. Марсель Сәлимов, башҡорт һәм рус телендә шиғырҙар уҡып, Шанхай китапханаларына китаптарын бүләк итте.

Әҙәби форум сиктәрендә Мәскәүҙә 3000 дана булып сыҡҡан «Мәскәү–Шанхай. 2018» махсус йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Был йыйынтыҡта Мар.Сәлимдең сатирик һәм юмористик хикәйәләре, шулай уҡ автор тураһында биографик мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb