Билдәле шағирә Миләүшә Ҡаһарманова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ булды

Билдәле шағирә Миләүшә Ҡаһарманова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ булды

Билдәле шағирә һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ булды.  

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова сығышы менән  Бөрйән районынан . Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған  шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм  «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды. Әле ул «Киске Өфө» гәзитендә эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb