Билдәле шағирә Хәлисә Мөҙәрисова юбилей кисәһен билдәләне

Билдәле шағирә Хәлисә Мөҙәрисова юбилей кисәһен билдәләне

Иглин районының  Үктәй ауылы мәҙәниәт йортонда  күренекле шағирә, прозаик, драматург Хәлисә Мөҙәрисова юбилей кисәһен билдәләне.

Байрам хужаһы саҡырылған ҡунаҡтарға - ҡәләм оҫталары һәм ауылдаштарына әҫәрҙәрен уҡып илһам көсө алды. Райондың үҙешмәкәр артистары Хәлисә Мөҙәрисованың шиғырҙарына яҙылған билдәле йырҙарҙы башҡарҙы.

 «Шиғырҙарымдың башланғыстары ошо ауылда булды. Хикәйәләремдәге геройҙарым да ошо ауылдан. Шуға күрә иҫ китмәле һағыныу тойғоһо менән ауылыма ҡайтам.», ти шағирә.

Хәлисә Мөҙәрисова тамашасыларҙы тиҙҙән яңы пьесалары менән һөйөндөрөргә лә уйлай. Улар ҙа "Бәхет хаҡы" спектакле кеүек халыҡ тарафынан уңышлы ҡабул ителер тип көтөлә. Әйткәндәй, ижадсыны яңы үрҙәр яулауға тыуған ауылы илһамландыра.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb