Билдәле йырсы Дмитрий Хворостовский яҡты донъя менән хушлашты

Билдәле йырсы Дмитрий Хворостовский яҡты донъя менән хушлашты

Танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский  яҡты донъянан китте. Был мәғлүмәтте үҙәк сығанаҡтар еткерҙе. Артистың агенттары ла ошоно раҫлаған. Йырсыға 55 йәш тулғайны.

 Дмитрий Хворостовский ике йыл буйы дауалап булмай торған мейе яман шеше ауырыуы менән ҡыйыу көрәште. Күптән түгел, 16 октябрҙә, ул үҙенең 55 йәшен билдәләгәйне.

Һуңғы көндәрен йырсы Лондонда яҡындары менән үткәрҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

Дмитрий Хворостовский Башҡортостанда күп тапҡырҙар концерттар бирҙе.

Өфөлә 2015 йылда «Дмитрий Хворостовский, Илдар Абдразаҡов һәм дуҫтар — балаларға» хәйриә концерты ойошторолғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb