Билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл датаһы билдәләнде

Билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл датаһы билдәләнде

Ошо уңайҙан ғалимдың тыуған яғы Тәтешле районында иҫтәлекле саралар үтте. Уның тормош һәм ижад юлына арналған Иҫке Соҡор ауылындағы музейға һәм Үрге Тәтешлелә Ғәли Соҡорой исемен йөрөткән урамға мемориал таҡтаташ урынлаштырылды.

Тәтешле районы үҙәге сәхнәһендә ҡуйылған театрлаштырылған тамаша данлыҡлы яҡташтарының тормош юлына һәм ижадына бағышланды.

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Республика мәктәптәрендә класс сәғәттәре, фәнни уҡыуҙар, түңәрәк өҫтәл ойошторолор тип көтөлә.

Билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл датаһы билдәләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb