“Беренсе Республика” фильмы- халыҡ-ара кинофестиваль программаһына индерелгән

“Беренсе Республика” фильмы- халыҡ-ара кинофестиваль программаһына индерелгән

Режиссер Булат Йосопов төшөргән картина Мәскәүҙә үтәсәк 41-се халыҡ-ара кинофестиваль программаһына индерелгән. Нәфис фильм Башҡортостан республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыуға арнала.

Тарихи картинала башҡорт профессиональ сәнғәте, әҙәбиәте, драма театрына нигеҙ һалған шәхестәр тураһында бәйән ителә. Фильмды төшөрөүселәр Чебоксарҙа уҙасаҡ халыҡ-ара фестивалгә лә саҡырыу алған.

“Беренсе республика” фильмы республика башлығы грантына төшөрөлдө. 

"Беренсе республика"- Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Сценарий авторҙары - Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры Булат Йосопов. Ролдәрҙе театр актерҙары башҡара. Фильмдың нигеҙендә сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.

Фильмда байтаҡ шәхестәрҙең яҙмышын күрергә мөмкин. Башҡортостанда ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb