Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала әҙәби сара үтте

Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала әҙәби сара үтте

Балалар әҙәбиәтенә, ғаилә менән бергә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, балалар яҙыусылары тураһында мәғлүмәттәр биреү, яңы китаптарға байҡау яһау маҡсатында Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала "Китаптар - беҙҙең һәйбәт ғаилә дуҫтары!" тигән әҙәби-әкиәт сәғәте үтте.
Сараны китап тураһында йомаҡ сисеү менән асып ебәрҙек, матур итеп өйҙә нисек ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре менән китап уҡыуҙары тураһында әңгәмә үтте. Почта ташыусы "Печкин"дың хатын уҡып, хаталы әкиәт исемдәрен төҙәттек, презентациялар, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Ике китаптың нисек үҙенең уҡыусылары менән "йәшәү"ҙәре әҙәби уҡыу аша һүрәтләнде: бер китап яҡшы уҡыусыға, икенсеһе насарына эләгә. Китаптар осрашып, бер-береһенә шатлыҡ-ҡайғыларын "һөйләне". Бынан һуң, балалар китапты һәр ваҡыт һаҡлап, таҙа тоторға кәрәк, тигән һығымта яһаны. Сара аҙағында ата-әсәләргә ғаиләлә китап уҡыу буйынса һорау теҙмәһе таратып, китапханала сентябрь аҙағына тиклем иғлан ителгән "Иң яҡшы китап уҡыусы ғаилә" конкурсында ҡатнашырға саҡырҙыҡ.
Ата-әсәләр балалар менән бергә уҡырға кәрәклеген, уҡыу һәм уйлау, фекер йөрөтөүҙе үҫтереү өҫтөндә ныҡлы эшләргә кәрәклегенә баҫым яһаны, китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп таралышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb