Белорет районыныда Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” бейеү конкурсының финалы уҙҙы

Белорет районыныда Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” бейеү конкурсының финалы уҙҙы

Ошо кѳндәрҙә Белорет районының Шығай “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған Башҡортостандың халыҡ артисы, һәләтле хореограф, данлыҡлы яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” район бейеү конкурсының финалы уҙҙы.

Бейеү сәнғәтен үҫтереү, камиллаштырыу, пропагандалау маҡсатын күҙ уңында тотҡан әленге ярыш быйыл да бихисап бейеүсене бергә тупланы. 
Конкурсанттарҙы нарыҡлау ѳсѳн мәртәбәле баһалама комиссияһына сәнғәт донъяһында ҡаҙаныштары, тынғыһыҙ вә фиҙаҡәр эшмәкәрлеге арҡылы танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бейеүҙәре менән бар донъяны таң ҡалдырған Риф Фәтих улы Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова, Сермән музыка мәктәбенең хореограф-педагогтары Зинира Харис ҡыҙы Дәүләтова һәм Елена Николаевна Әғзәмова билдәләнде.  Баһалама ағзаларының етди һәм көсөргәнешле фекер алышыуынан һуң, Белорет районының Манышты ауыл клубынан Сәүиә Зарипова һәм Элина Сафуа нованың шаян дуэты - “Сәнғәт ара- лашыуы барлыҡҡа килтереүсе мөхит тыуҙырыу”, Рысыҡай мәҙәниәт йортоноң “Йондоҙсоҡтар”ы - “Тамашасы һөйөүе”, Шығай ауылынан “Ләйсән” бейеү ансамбле - “Бейеү сәнғәтендә ижади баш- ланғыс”, Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ағиҙел” дуэты - “Бейеү сәнғәтенә ынтылыш”, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Зинира Хажина - “Иң кескәй ҡатнашыусы”, Рысыҡай ауыл клубынан Нәфисә Ғимранова - “Иң өлкән ҡатнашыу- сы”, Аҙналы ауылынан Арина Сө- ләймәнова - “Өмөт”, Ғәбдөк ауылы- нан Азалия Әхмәтйәнова “Урындағы халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияларында дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.

14 йәшкә тиклемге яңғыҙ ҡатнашыусылар араһынан I дәрәжәләге дипломға Үткәл ауылынан Ислам Сабаев лайыҡ булды. 14 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында I урынға Ҡаһармандан Динә Шәрипова сыҡты.

14 йәшкәсә балаларҙы туплаған бейеү ансамблдәре араһында I дәрәжәләгеһенә - Абҙаҡ ауылынан “Шатлыҡ” бейеү ансамбле лайыҡлы тип табылды.

14-25 йәшлек бейеүселәрҙән торған ансамблдәрҙән I урынды Сосновка ауылының “Арташ” бейеү ансамбле һәм Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Йәшлек” дуэты бүлеште.

Яңғыҙ бейеүселәр араһынан Сосновка мәҙәниәт йорто ҡатнашыусыһы Илнара Ғилманова Гран- при яулаһа, ансамблдәрҙән иң юға- ры баһаға Үткәл ауыл клубының “Сулпылар”ы лайыҡ булды.

Ике турҙа ҡатнашыусы барлыҡ конкурсанттар, призлы урын яулаусы дипломанттар маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb