Белорет районында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин исемендәге йыр бәйгеһе үтте

Белорет районында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин исемендәге йыр бәйгеһе үтте

Белорет районында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин исемендәге йыр бәйгеһе үтте. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың муниципаль конкурсы быйыл 4-се тапҡыр ғына ойошторолдо. Һайлап алыу турҙары аша 100-ҙән ашыу башҡарыусы үҙ мөмкинлеген һынап ҡараны. Конкурстың финалы йырсының тыуған төйәге Белорет районы Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған ҙур тамашаға әйләнде.

Ғәли Хәмзин - Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған маһир йырсыларыбыҙҙың береһе булды. Ғәли Хәмзин ынйы-гәүһәрҙәргә тиң халҡыбыҙ моңдары менән бер рәттән классик, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған киң диапазонлы профессиональ йырҙар башҡара ине. «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнөң тәү маҡсатына тоғро ҡалып, юғары маҡсаттарға ирешеүендә Ғәли Хәмзиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Ғәли Ғәббәс улы 1981 йылда Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлай һәм «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә эш башлай. 1985 йылда Краснодар ҡалаһында үткән халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исемен яулап, 1 премияға лайыҡ булыу, артистың артабанғы ижадына көс-дәрт өҫтәй, этәргес булып тора. Йырсы үҙенсәлекле, бәрхәт кеүек йомшаҡ тауышы менән халыҡ араһында киң танылыу таба. Уның башҡарыуында «Сибай», «Ҡурайсы егет», «Тәфтиләү», «Ирәндек», «Любизар», «Хәйрүләкәй» һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙары башҡарылышы менән айырылып торҙо. Ғ. Хәмзин композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов йырҙарын яратып башҡарҙы. Рус һәм Көнбайыш классик әҫәрҙәрен дә оҫта башҡарған Ғәли Хәмзиндың сығыштарын Башҡортостан халҡы ғына түгел, сит ил тамашасыһы ла һәр саҡ көтөп алып, дәррәү алҡыштар менән оҙата -ҡаршы ала ине.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb