Башҡортостандың төп йәштәр форумы — Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2023» IV Йәштәр форумы үтәсәк

Башҡортостандың төп йәштәр форумы — Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2023» IV Йәштәр форумы үтәсәк

Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмуртия Республикаһында, Татарстан Республикаһында уҡыған Башҡортостан йәштәрен, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәрен берләштерәсәк. Эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

«Йәштәр сәйәсәте кадрҙары» — йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары етәкселәре һәм белгестәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары өсөн.

 Студенттарҙың беренсе республика туристик слеты — студенттарҙың туристик берләшмәләре вәкилдәре өсөн.

Эшләүсе йәштәрҙең «Бейеклектә» республика ижади фестивале — эшләүсе йәштәр, ижади йәштәр вәкилдәре, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм Өфө Эшсе йәштәр советы ағзалары өсөн.

 «Атайсал» — Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмуртия Республикаһында, Татарстан Республикаһында уҡыған, Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан йәштәрҙең яҡташтар активистары өсөн.

Шулай уҡ форум сиктәрендә йәштәрҙең башланғыстарына грант ярҙамы нигеҙендә йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы, «Объектив» ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале һәм «Этника» йәш дизайнерҙар конкурсы үтәсәк.

⚡11 авгусҡа тиклем теркәлергә өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cpwpt8

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb