Башҡортостандың «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында баш мөхәррирҙәр алмашынды

Башҡортостандың «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында баш мөхәррирҙәр алмашынды

«Шоңҡар» йәштәр журналына яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тәғәйенләнде. Яңы вазифала ул был аҙнанан эшләй башланы. 14 февралдә республиканың Мәҙәниәт министрлығында үткән киңәйтелгән ултырышта уны, коллегия ағзаһы булараҡ, тәбрикләнеләр.

«Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин хәҙер «Ағиҙел» журналына етәкселек итәсәк. Ә яҙыусы, драматург, «Ағиҙел», «Һәнәк» журналдары баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев «Һәнәк» журналында етәксе булып ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb