Башҡортостандың Милли музейында ҡунаҡта - Бөрйәндәр

Башҡортостандың Милли музейында ҡунаҡта  - Бөрйәндәр

Каникул – республика райондары һәм ҡалаларында йәшәүсе балалар өсөн баш ҡаланы килеп күреү, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итеү, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу өсөн уңайлы осор. Ағымдағы йылдың көҙгө каникул мәлдәрендә Өфө бик күп балаларҙы ҡаршы ала һәм улар араһында Бөрйән районы уҡыусылары ла бар. Класташтары, дуҫтары менән алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп ҡайтҡан мәктәп уҡыусыларының тәъҫораттары сикһеҙ. Баш ҡалаға сәйәхәт барышында Бөрйән уҡыусылары Башҡортостандың Милли музейында ла булып китте.

- Өфөлә "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереү яйы сыҡҡас, уҡыусылар менән ихлас әҙерләнеп юлға сыҡтыҡ. Баш ҡалала беҙҙе һәм фестивалгә республиканың башҡа төбәктәренән килгән балаларға бай мәҙәни программа әҙерләнгән ине. Беренсе көндә беҙ Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерҙек, тиҫтерҙәребеҙҙең сығышын ҡараныҡ. Бик күп билдәле шәхестәр уҡытып сығарған Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла ҡунаҡта булыуыбыҙға ифрат шатбыҙ.

Икенсе көндә Өфө буйлап ойошторолған сәйәхәт барыһының да күңеленә хуш килде. Республикабыҙҙың төп музейындағы йөкмәткеле экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны. Унда балалар хатта үҙҙәренең ижади оҫталыҡтарын күрһәтеп йырлап та, бейеп тә күрһәтте һәм интервью ла биреп өлгөрҙө.

- Музей – патриотик тәрбиә үҙәктәренең береһе ул. Быны дәлилләп, музей хеҙмәткәрҙәре 112-се Башҡорт атлы дивизияһының беренсе командиры – легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм дивизияның яу юлына арналған махсус экспозицияны күрһәттеләр. Совет майҙанында батырға арнап урынлашҡан һәйкәлгә сәйәхәт тә балалар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Йөкмәткеле экскурсия, һәр балаға ҡарата иғтибар өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, - тип тәъҫораттары менән уртаҡлашты Фирүзә Кинйәбулатова, Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Башҡортостандың Милли музейы ишектәре тыуған яҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынған, тарихи ҡомартҡылар, республикала йәшәгән милләттәр этнографияһы менән танышырға теләгән, тәбиғәткә битараф булмаған һәр кем өсөн асыҡ. Республиканың төп музейында даими экспозиялар менән бер рәттән даими рәүештә төрлө темаларға арналған ваҡытлыса күргәҙмәләр ҙә эшләгәнен дә билдәләп үтәбеҙ. Каникулды файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә теләгән һәр кемде музейҙа көтөп ҡалабыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb