Башҡортостандың күренекле артистары холоҡ төҙәтеү учреждениеларында сығыш яһай

Башҡортостандың күренекле артистары холоҡ төҙәтеү учреждениеларында сығыш яһай

“Башинформ” мәғләүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың күренекле артистары холоҡ төҙәтеү учреждениеларында сығыш яһай. Беренсе концерт Өфөләге 13-се холоҡ төҙәтеү колонияһында булды.

Хөкөм ителгәндәр алдында бард йырсы Рәмил Бәҙәмшин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев,  Old School Band музыкаль кавер-төркөмө солисы Евгения Сафина, «Гагарин» төркөмө лидеры Айҙар Әлмәтов сығыш яһаны.

Июль-августа артистар республикалағы ун холоҡ төҙәтеү учреждениеһында концерттар бирәсәк. Улар бушлай сығыш яһай, тип билдәләнер  Язаны үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында. Рәмил Бәҙәмшин бына инде 16 йыл иреклектән мәхрүм ителгән урындарҙа концерттар ойоштора, ул Язаны үтәү федераль хеҙмәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советына инә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb