Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Әҫәрҙәр» китабының II томы донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Әҫәрҙәр» китабының II томы донъя күрҙе

 Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәтендә  күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың «Әҫәрҙәр» китабының II томы донъя күрҙе.

Баҫмала әҙибәнең «Ярҙағы усаҡтар», «Осона сыға алмайым бер уйҙың», «Бал, тип үрелгәнем», «Аҡ ҡалас» кеүек хикәйәләре урын алды.
Был томға мәшһүр «Бөйрәкәй» пенталогияһының икенсе өлөшө, яҙыусыны уратып алған мөхиткә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә башта бала, һуңынаныраҡ үҫмер, аҙаҡ йәш әсә күҙлегенән сығып фекер йөрөткән, заманында оло ҡәләмдәштәре тарафынан «авторҙың гражданлыҡ ҡаһарманлығы» тип баһаланған «Ай менән Ҡояш бер генә» повесы, шулай уҡ республика театрҙарында ҙур уңыш менән барған «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә» исемле пьесалары, нәҫерҙәре, замандаштары тураһындағы очерктары, мәҡәлә-яҙмалары ла тупланды
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. Китап  Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb