Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатовтың юбилей бенефисы үтте

Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатовтың юбилей бенефисы үтте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатовтың юбилей бенефисы үтте.

Шатлыҡтарҙы бүлешкән һайын улар арта бара, тиҙәр. Ирек Әлмир улы ла юбилей кисәһен үҙенең коллегалары, яҡташтары, яҡындары, дуҫтары һәм тамашасылары менән бергә үткәрҙе.

Спектакль алдынан юбилярҙы мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әбдрәхимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Театр эшмәкәрҙәре союзының идара ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров, Өфө ҡалаһындә йәшәүсе “Оло Эйек” һәм “Кесе Эйек” яҡташтар ойошмаһы ағзалары -Тимербулат Хоҙайғолов һәм Нурия Кинйәбаева ҡотланылар. Юбилярҙың коллегалары, ижадташ дуҫтары - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан Гөлшат Ғайсина, Альбина Кашанова, Гөлбинә Сафуанова һәм “Нур” татар дәүләт театрынан - Рушат Мөҙәрисов тә юбилярға матур теләктәрен еткерҙеләр.

Ирек Әлмир улы өсөн иң ҙур ҡыуаныс - уның әсәһе Әнисә Абдулла ҡыҙының тамаша залында булыуы, әлбиттә - үҙенең ғүмер байрамында иң матур гөлләмәне юбиляр әсәһенә бүләк итте. Театр директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссёр Айрат Абушахманов һәм юбилярҙың туған коллективы кисәнең ҡотлауҙар өлөшөн йомғаҡланы. Байрамдың икенсе өлөшөндә Ирек Булатов театр һөйөүселәр алдына Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мөхәббәт ҡоштары” комедияһында Хажғәле ролендә сыҡты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb