Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов арабыҙҙан китте

Оҙон көйҙәрҙе башҡарып дан алған халыҡ йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов арабыҙҙан китте. 

Уның тауышы, тап халыҡ оҙон көйҙәргә нигеҙләнгән киң репертуары, ябайлығы һәм эскерһеҙлеге  һәр кемдең хәтерендә ҡаласаҡ.

 Ул ауыл клубтарында һәм ялан стандарында йырланы, тәүҙә үҙешмәкәр артист булараҡ, 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡурайсы булараҡ сығыш яһаны. Кремль Съездар һарайында I Бөтә Союз художестволы үҙешмәкәрлек фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡарҙы. 1996 йылда I Мәскәү халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашты. Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙарының күп кенә яҙмалары «Останкино» телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Дәүләт институтының фонд яҙмаларында һаҡлана. 

Абдулла Солтанов - Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb