Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов «20 йыл бергә!» тип исемләнгән концерт программаһын әҙерләй

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов  «20 йыл бергә!» тип исемләнгән концерт программаһын әҙерләй

2018 йылдың 20 ғинуарында  Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында талантлы ҡурайсы, республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов үҙенең «20 йыл бергә!» тип исемләнгән юбилейын билдәләйәсәк. Уның үҙенә генә хас моңо, уйнау алымдары, нескә һәм үҙенсәлекле техникаһы, бер һүҙ менән әйткәндә, мәшһүр музыканттарға хас булғанса, ҡабатланмаҫ үҙ ижади йөҙө бар. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның сығыштары концерттарҙы биҙәй, йәм өҫтәй. Был ҡурайсының оҫталығын, уның тамашасыға башҡорт халҡының ижади ҡомартҡыларын, сәнғәтен еткерә алыуын таныу ҙа.

   Тамашала талантлы ҡурайсының ижадташ дуҫтары: Хәлит Фәтихов, Фирдүс Шәрәфуллин, Рэм Гәрәев, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Ғәли Алтынбаев, Илшат Яхин, Индира Әсәҙуллина, Лилиә Ишемйәрова, Сәйҙә Ильясова, Римма Амангилдина, Миләүшә Хәйбуллина, Гүзәл Үмәрғәлина, Фларида Иркина, Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басыров, «Карауан» эстрада төркөмө, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар квинтеты һәм Башҡортостандың башҡа сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Матур юбилей тамашаһына рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb