«Башинформ» мәғлүмәт агетлығы хәбәр итеүенсә, өфөнән 28 йәшлек музыкант Наил Тимербаев «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумында 100 мең һум күләмендә грант отҡан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке студенты «#ЭтноПлатформа» проектын тәҡдим иткән.
«Рәсәй – күп милләтле ил. Беҙҙә 180-дән ашыу милләт йәшәй. Әммә күп кенә халыҡтар үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалта башлау проблемаһы бар. «ЭтноПлатформа» — ул Рәсәй халыҡтарының этно-ҡоралдарын популярлаштырыу маҡсатында бер командала эшләйәсәк йәш һәләтле музыканттар өсөн платформа», — тип аңлатты Наил.
«Таврида»ның 10-сы сменаһы еңеүсеһе үҙе башҡортса текст менән бейеү көйҙәрен яҙа.
Конкурста бөтәһе 68 проект тәҡдим ителә – уларҙың 23-ө еңеүселәр исемлегенә инә.