Башҡортостанда һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы ойошторолдо

Башҡортостанда һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы ойошторолдо

Башҡортостанда һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы булдырылды. Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырған, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Премияның күләме 500 мең һум тәшкил итә.
Наградаға рәссамдар, сәнғәт белгестәре һәм коллективтар дәғүә итә ала.
Артабан тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм ғилми тикшеренеүҙәр ике турҙы үтергә тейеш: беренсе этапта М. В. Нестеров исемендәге асыҡ республика тематик күргәҙмә-конкурсында күрһәтеү өсөн эштәр һайлап алына, икенсеһендә премия лауреаттары билдәләнә.
Документтар 1 апрелдән 20-нә тиклем ике йылға бер тапҡыр ҡабул ителә (2017 йылда — 20 ноябрҙән 30-на тиклем).

Мәғлүмәт өсөн: Михаил Васильевич Нестеров – билдәле совет рәссамы, Һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, (1942), I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Нестеров Михаил Васильевич 1862 йылдың 19 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында (1877—1881 һәм 1884—1886) В. Г. Перов, А. К. Саврасов, И. М. Прянишниковта, Петербург сәнғәт академияһында (1881—1884) П. П. Чистяковта уҡый. 1889 йылдан экспонент, 1896 йылдан Передвижниктар ширҡәте ағзаһы. Башлыса Мәскәүҙә йәшәй (1890—1910 йылдарҙа — Киевта). Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән.

«Дәрүиш», «Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» картиналарында (икеһе лә Третьяков галереяһында) Нестеровтың кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы тулы сағылыш таба. Рәссам 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Совет осоронда Михаил Нестеров ижадының реализм башланғысы яңы үҫеш ала. Ул фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡландырғыс образдарын ижад итеп, башлыса, портретист булараҡ эшләй. Был, нигеҙҙә, 1930-сы йылдар портреттары (П. Д. һәм А. Д. Кориндар — 1930, А. Н. Северцов — 1934, И. Д. Шадр — 1934, С. С. Юдин — 1935, И. П. Павлов — 1935, СССР Дәүләт премияһы — 1941; К. Г. Держинская — 1937, Е. С. Кругликова — 1938, В. И. Мухина — 1940 — барыһы ла Третьяков галереяһында) рәссамды социалистик реализм живописының күренекле оҫталары рәтенә сығара. Портреттарға картина формаһы камиллығы, композицияның гармониялы, асыҡ төҙөлөшө, күләм һәм киңлекте аныҡ һынландырыу хас. Нестеров лирик пейзаж оҫтаһы булараҡ та эшләүен дауам итә («Ауылда көҙ», 1942, Третьяков галереяһында). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Михаил Васильевич Өфөнө бик ныҡ яратҡан, унһыҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике, өс тапҡыр килеп киткән. Уны бында әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильевна һағынып көтөп алған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb