Башҡортостанда «Ҡош юлы» башҡорт бард йыры фестивале уҙҙы

Башҡортостанда «Ҡош юлы» башҡорт бард йыры фестивале уҙҙы

13 июлдә Ишембай районының Аҙнай ауылы эргәһендә «Ҡош юлы-2019» башҡорт бард йыры фестивале уҙҙы. Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған сара быйыл да сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ йәштәрҙе бер майҙанға тупланы.

Быйыл шиғриәт бәйгеһендә Айһылыу Дауытова гран-при яуланы. Бынан тыш, гитарала уйнап йырлаусылар бәйгеһендә төп бүләк Нәғим Шәриповҡа тейҙе.

Әйткәндәй, фестиваль программаһына, ижади бәйгеләрҙән тыш, волейбол, футбол кеүек спорт ярыштары, шулай уҡ тимбилдинг, түңәрәк өҫтәл инде. Таланттар байрамы «Беҙ бергә» төркөмөнөң концерты менән тамамланды.

Фестивалде ойоштороусылар изге маҡсатҡа ынтыла - яңы һәләттәр асыу, үҫеп килгән быуында башҡорт теленә, музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошто пропагандалай.

Автор йәштәр ижадын юғары баһалаған өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb