Башҡортостанда Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостан билдәле шағир, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы билдәләргә әҙерләнә.

Байрам саралары 8 ғинуарҙа шағирҙың тыуған яғы Тәтешле районында башлана. Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡоройҙың йорт-музейында мемориаль таҡтаташ асыла. Концерт прораммаларында «Аргымак» этно-рок төркөмдәре и  Этно-шоу Zainetdin ҡатнашасаҡ.

14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин онлайн тәртиптә “Ғәли Соҡорой шиғриәтендә донъяуи мотивтар” исемле темаға лекция уҡый.

21 ғинуарҙа Республика  Милли архивында шағирҙың 195 йыллығына арналған онлайн түңәрәк өҫтәл үтә. Унда ғалимдар, уҡытыусылар, Тәтешле районының крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашыуы көтөлә.  Бынан тыш, Тәтешле районының тарихы урындары буйынса туристик маршрут төҙөлә – унда Ҡара Табын ырыуының күренекле шәхестәре Әсән Хан, Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейековтың ҡәберлектәре индерелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb