Башҡортостанда яңы наградалар булдырыла

Башҡортостанда яңы наградалар булдырыла

Башҡортостанда Генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла. Яңы наградалар тураһында закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында ҡараласаҡ.

Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, М. Шайморатов легендар генерал исемендәге орден йәмәғәт тәртибен һаҡлау, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, хәрби, граджданлыҡ һәм һөнәри бурыстарын башҡарғанда батырлыҡ күрһәткән граждандарға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ закон проекты менән һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын булдырыу күҙаллана. Награда әлеге ваҡыттағы «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт» билдәһен алмаштырырға тейеш.

Өфө ҡалаһының тәүге губернаторы Григорий Аксаков орденына дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт эштәре һәм хәйриә өлкәләрендә емешле эшләүсе яҡташтарыбыҙ лайыҡ буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb