Башҡортостанда «Туй йолаһы» фестивале уҙа

Башҡортостанда «Туй йолаһы» фестивале уҙа

1-2 ноябрҙә Башҡортостанда тәүгә «Туй йолаһы» фестивале уҙғарыла. Фестивалдә халыҡ ижадының йолаларын сағылдырған туй йолалары күрһәтеләсәк.

Сарала ижади, фольклор, һәүәҫкәр коллективтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре оҫталары ҡатнашасаҡ. Фестиваль Шаран районында уҙа.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы хакимиәте.

Программа сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар, аутентик фольклор йөрөтөүсе коллективтар менән ижади осрашыу ҡаралған.

Шулай уҡ методик әҙәбиәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының тауарҙары, «Туй бүләге» милли ризыҡтары һатыу күргәҙмәһе ойошторола.

Фестивалдең һөҙөмтәһе-  сценарийҙар, йолалар, йырҙар, уйындарҙан торған «Туй йолаһы» йыйынтығын сығарыу.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb