Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылында Республика марафоны башлана

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылында Республика марафоны башлана

25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы була.

Байрам программаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә «Родина» кинотеатрында йәш тамашасылар — етем һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сеанс менән башлана. Улар «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Төлкө менән ҡор», «Минең ауылым Аҡсура», «Һунарсы улы», «Аңра бүре», «Хәйерлегә булһын», «Урал менән Шүлгәндең мажаралары», «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән», «Сәңгелдәк йыры», «Алдар менән һоро бүре» исемле анимация фильмдарын ҡараясаҡ. Фойела тематик күргәҙмәләр эшләйәсәк, викториналар уҙғарыласаҡ.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә Милли музейҙа «Башҡорт киноһы тарихы» күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла кино төшөрөү ҡорамалдары һәм төрлө йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән фильмдарҙың афишалары урын алған.

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһының рәсми өлөшөндә республиканың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Сара барышында Республика марафонына старт биреләсәк. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Сибай ҡалаһы ҡабул итә.

Шул уҡ көндә ойоштороусылар баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы «Башҡортостан» киностудияһының анимация, документаль, нәфис-ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡарарға саҡыра. Фильмдар «Родина» кинотеатрында киске сәғәт 5-тә башлана. Сараға коммерция кинотеатрҙары ла ҡушыла. «Простор» һәм «Мегаполис» кинокомплекстарында йәш тамашасылар өсөн сеанстар ойошторола.

Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ көндә

республикала Рәсәй киноһы йылын асыу уңайынан барлыҡ муниципаль район һәм ҡала округтарында тантаналы саралар үткәреү ҡаралған.

Сығанаҡ: "Башинформ"


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb