Башҡортостанда республика халыҡтарының туған телдәрендә яңы йыл ҡотлауҙары флешмобы уҙғарыла

Башҡортостанда республика халыҡтарының туған телдәрендә яңы йыл ҡотлауҙары флешмобы уҙғарыла

Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр республика халыҡтарының туған телдәрендә яңы йыл ҡотлауҙары флешмобында ҡатнаша ала. Уның өсөн туған телдә Яңы йыл ҡотлауы менән бер минутлыҡ видеоролик яҙҙырып, социаль селтәргә һалырға кәрәк.

#ПоздравляюНаРодномЯзыке, #ТуғанТелемдәҠотлайым, #НовогоднийБашкортостан хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ.

Яңы йыл видеоҡотлауы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телендә төшөрөлөргә тейеш. Камераны горизонталь урынлаштырырға кәрәк. Фотоһүрәттәр, махсус эффекттарҙы файҙаланырға була.

Флешмобта республикала йәшәгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, йәш сикләүе юҡ.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb