Башҡортостанда Мәскәү режиссеры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль ҡуя

Башҡортостанда Мәскәү режиссеры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль ҡуя
Яңы йыл байрамдарынан һуң Салауат дәүләт башҡорт драма театры артистары яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләй башланы. Театрҙа Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» исемле повесы буйынса спектакль ҡуйыла. Уны Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштерә. «Был повесть Антон Федоровҡа бик яҡын, ул Талбазы ауылы, өләсәһе тураһындағы бала саҡ хәтирәләренә бәйле. Режиссер быуындар алмашыныуын күрһәтергә, ауыл мөхитен тыуҙырырға теләй. Уның ошо спектакль буйынса үҙенсәлекле идеялары бар», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. Ролдәрҙе билдәле актерҙар Миңдулла Иҙрисов, Рим Зыязетдинов, Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Ринат Ибәтуллин һәм башҡалар уйнай. Премьера 2016 йылдың 4 мартына билдәләнгән. Антон Федоров Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. 2006 йылда Щукин исемендәге театр институтын тамамлаған, әлеге ваҡытта шулай уҡ режиссерлыҡҡа уҡый. 2007 йылдан Мәскәүҙәге ике театрҙа эшләй («Другой театр», «Практика»).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb