Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙҙы

Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙҙы

10 ноябрҙән 12-һенә тиклем Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙғарылды. Өфө бөтә донъянан World Music өлкәһе эксперттарын ҡабул итте. «Мосафир» форумына Бөйөк Британия, Германия, Италия, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙән спикерҙар , сәнғәт өлкәһе белгестәре саҡырылған.

«Мосафир» форумы «Торатау» конгресс-холы, «Өфө уттары», Music hall 27, Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.  Программала: этник музыка буйынса белгестәр ҡатнашлығында конференциялар, продюсерҙар, тур ойоштороусылар, музыканттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм, әлбиттә, матур сығыштар ойошторолды. Милли музыка ҡоралдары оркестры, Роберт Юлдашев менән «Ҡурайсы», «Арғымаҡ», «Заман»,  «Йатаган», ZAINETDIN, Олена Уутай Подлужная, Мерема, Татьяна Калмыкова, Катя Ямщикова, Khoomei Beat, Отава Ё кеүек билдәле төркөмдәр, артистар сығыш яһаны. «Мосафир» форумы – Башҡортостанда этник музыка сәнғәтен үҫтереүгә яңы көс биреп, терәү мәғариф майҙансығына әйләнер тип көтөлә.

 

Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb