Башҡортостанда Кино йылы старт алды

Башҡортостанда Кино йылы старт алды

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы үтте. Сара «фильм төшөрөү» һәм «хлопушка» тип аталған ҡулайлама менән асылды. Тантанаға килеүселәрҙең барыһы ла рельстар буйлап йөрөгән кино камераһы тоҫҡауына эләкте. Ойоштороусылар кинематографтарҙың штативҡа тәрилкәне һуғып ватыу йолаһын да үтәне. Танылған кино эшмәкәрҙәренең автографтары ҡуйылған тәрилкә киҫәктәрен һәр кем үҙенә иҫтәлеккә алды. Илебеҙ кинематографияһын үҫтереүгә арналған викторина бер минутлыҡ тынлыҡ менән, Рәсәй һәм башҡорт фильмдарын иҫкә төшөрҙө.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йыйылыусыларҙы ҡотлап, Республика киномарафонының башланыуы тураһында иғлан итте. Унда республикала ҡалалары һәм райондары ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Сибай ҡалаһы ҡабул итә, 2016 йылдың декабрендә йыл символы Өфөгә әйләнеп ҡайта.
«Рәсәй киноһы йылы республикабыҙҙа тәүге кино күрһәтеүгә 115 йыл тулыуға тура килде. Былтыр иһә халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивален үткәреүгә башланғыс һалған «Башҡортостан» киностудияһының 25 йыллығын билдәләнек, — тине министр. — Йыл һуңында халыҡтың илебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарға ҡыҙыҡһыныуы артыр тип өмөтләнәм».
Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы күрһәтелде. Көн дауамында тамашасылар «Родина» кинотеатрында, шулай уҡ «Простор» һәм «Мегаполис» кинокомплекстарында «Башҡортостан» киностудияһының анимацион, документаль, нәфис фильмдарын ҡарай ала.

Фотогалереяға күсергә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb