Межгорье ҡалаһынан «Пауза» төркөмө мәктәп театрҙары араһында беренсе булһа, «Волга буйы театрҙары» конкурсының иң яҡшы студент театры исеменә Башҡорт Дәүләт педагогия университетының «Ҡорос» театры лайыҡ тип табылды.
Конкурстың баш федераль инспектор Михаил Закомалдин «Ҡорос»тарҙың репетицияһын ҡараны, буласаҡ педагогтарҙан актер һөнәренең уларға ниңә кәрәк икәнен дә белеште. Шулай уҡ фестивальдең төбәк этабы өсөн яуаплы министрлыҡ вәкилдәре менән осрашты. «Волга буйы театрҙары» бәйгеһендә 14 төбәктең иң көслө театрҙары ҡатнаша. Еңеүселәрҙе иһә, Волга буйында йәшәүселәр тауыш биреү ярҙамында билдәләйәсәк.