Башҡортостанда «Иң яҡшы китапханасы - 2023» республика конкурсы үтәсәк

Башҡортостанда «Иң яҡшы китапханасы - 2023» республика конкурсы үтәсәк

Конкурсты ойоштороу менән Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы шөғөлләнә. Конкурста урта махсус профессиональ, юғары профессиональ белемгә эйә булған йәки профессиональ әҙерлек курстарын тамамлаған Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең дөйөм ҡулланыштағы китапханалары белгестәре ҡатнаша ала.

Конкурс материалдары өс номинация буйынса ҡабул ителә:

Иң яҡшы ауыл китапханасыһы.

Балалар һәм йәштәр менән эшләү буйынса иң яҡшы китапханасы.

Медиакиңлектә эшләү буйынса иң яҡшы китапханасы.

Еңеүселәр 12 000, 10 000 һәм 5000 һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнә.

Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 2023 йылдың 31 октябренә тиклем үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт - конкурс положениеһында. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 287-13-05.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb